Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 3:2 - Инжил

2 Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 3:2
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.


баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен һәм кешеләрҙең уларҙы «остаз» тип атағандарын ярата.


Ә һеҙҙе «остаз» тип атамаһындар, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, һәм һеҙ бер-берегеҙгә туған.


Улар килеп: – Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.


Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе. – Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.


Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.


Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар.


Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.


Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.


Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай.


Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе.


Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.


Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


– Израилдәр! – тип дауам итте һүҙен Петр. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.


Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһе, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ҡарата ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ