5 – Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.
Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.
Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.
Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.
Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара.
һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.