Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 2:23 - Инжил

23 Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ҡотҡарылыу байрамында Уның Йәрүсәлимдә күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 2:23
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Иерусалимға килде.


Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.


Ләкин Галилеяға килгәс, кешеләр Уны ихлас ҡабул итте. Улар, Иерусалимдағы байрамда булып, Ғайса унда ҡылған барлыҡ мөғжизәләрҙе күргәйне.


Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай.


Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе.


Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ни эшләгәнен күргәс, Уға инанды.


Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ