16 – Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.
Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.
Ғайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.
Ләкин тегеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр үҙҙәренең баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән.
Ғайса уларҙы өйрәтеп: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.
– Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап биргән Ғайса.
Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй.
бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла Йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп ебәрҙе, өҫтәлдәрен ауҙарҙы. Күгәрсен һатыусыларға:
– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».
– Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул.
Ғайса: – Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ.
Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.
Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.