Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 2:11 - Инжил

11 Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 2:11
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып: – Миңә эйәр! – тине.


– Минең: «Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», тигәнем өсөн ышанаһыңмы? Бынан ҙурыраҡ нәмәләрҙе лә күрерһең әле, – тип Ғайса


Уның янына күптәр килеп бер-береһенә: – Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәне, әммә Яхъяның Уның тураһында бөтә әйткәндәре лә дөрөҫ, – тиештеләр.


Мин унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.


Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Халыҡ Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәйне, шуға күрә Уны ҡаршы алырға сыҡты.


Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар.


Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.


Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер.


сөнки Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата.


Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.


Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты.


Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Ғайса, был хаҡта белгәс, Йәһүҙиәне ҡалдырып ҡабат Галилеяға китте.


Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине.


Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине.


Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.


Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе.


Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!


Улар Ғайсаға: – Беҙ Һиңә ышанырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. –


Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.


Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.


Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


Ҡыҫҡа ғына ваҡытлы еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белһен өсөн яҙҙым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ