7 хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән килгәнен беләләр.
7 хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән икәнен беләләр.
Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем.
Минең нимәм бар, улар – Һинеке, ә Һинең булған нәмәң – Минеке. Шулар арҡылы Минең бөйөклөгөм күрһәтелде.
Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ.
Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.
Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм
Һин әйткән һүҙҙәрҙе Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.