4 Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем.
4 Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә Һинең шөһрәтеңде күрһәттем.
Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.
Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.
Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер.
әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!
Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.
Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Мин һыуһаным! – тине.
Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс: – Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай.
– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.
Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.
Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;