3 Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.
3 Ә былай эшләүҙәре, Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.
Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр.
Миңә нәфрәтле Минең Атама ла нәфрәтле.
Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Һине Мин беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә.
Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.
Ғайсанан: – Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар. Ғайса: – Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.
Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам.
– Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. –
Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.
Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ. Алла Улын таныусының иһә Атаһы бар.
Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.
Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул.
Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.