9 Атам Мине яратҡан кеүек, Мин дә һеҙҙе яраттым. Минең мөхәббәтемдә йәшәгеҙ.
Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.
Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ.
Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.
Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.
Алланың бөтөн изге кешеләре менән берлектә Мәсих мөхәббәтенең иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә алыуығыҙ һәм кеше аҡылы һыйҙыра алмаҫлыҡ был мөхәббәтте танып белеүегеҙ өсөн доға ҡылам. Шулай һеҙҙе Алланың бар тулылығы солғап алыр.
Шулай итеп, балаларым, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм оялыуһыҙ баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.
Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.