Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 15:4 - Инжил

4 Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм һабағында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм ағасында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 15:4
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ.


Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй.


Тәнемде ашап, ҡанымды эскән кеше Миндә ҡала, Мин унда ҡалам.


Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.


Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.


Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.


Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ.


Ғайса Мәсихте Хужа итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Уның менән берлектә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.


Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла данын уртаҡлашыр өсөн өмөтөгөҙ!


Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.


Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.


иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм нығынған хәлдә


Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.


Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – ышанған һәм үҙенең ғүмерен һаҡлағандарҙан.


Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емештәре лә насар булыр. Емешенә ҡарап ағасын таныйҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ