3 Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ.
– Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.
Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.
Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең.
Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.
Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.
Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!