Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 15:2 - Инжил

2 Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 15:2
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.


Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше әҙ генә әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.


– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.


Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына килде, ләкин япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы. – Бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине Ул һәм шунда уҡ инжир ағасы ҡороно.


Сөнки кемдең бар, шуға бирелер, һәм уныҡы мул булыр, ә кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.


Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар.


Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


– Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.


Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ.


Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.


Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.


Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.


Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.


Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Улар арабыҙҙан китте, әммә был беҙҙеке булдылар тигәнде аңлатмай. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың беҙҙән китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте лә инде.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ