Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 14:2 - Инжил

2 Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Атам йортонда бүлмәләр күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 14:2
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Симон Петр Унан: – Хужам, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны. Ғайса: – Мин китә торған урынға һин хәҙергә эйәреп бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе.


Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ.


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.


Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне.


Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».


Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.


Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.


Унда Ғайса, Мәлик-Садиҡ ниндәй баш рухани булған булһа, Ул да мәңгегә шундай Баш Рухани булғандан һуң, беҙҙең хаҡҡа башлап йөрөүсебеҙ булараҡ инде.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң изге урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.


Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ