Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 13:8 - Инжил

8 – Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгел! – тине Петр. – Әгәр йыумаһам, Миндә һинең өлөшөң булмаҫ, – тип яуапланы Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 – Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус. – Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 13:8
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты.


Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.


Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта зирәк тойолһа ла, кешенең гонаһлы дәртенә ҡаршы тора алмайҙар.


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Петр иһә ҡаршы төштө: – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!


Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән.


– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петр. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.


Петр иһә, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!


Сират Симон Петрға еткәс, Петр Уға: – Хужам! Минең аяҡтарымды Һин йыуаһыңмы?! – тине.


– Хужам! – тине Симон Петр. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыуа күр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ