4 Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал һалды.
4 Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал ураны.
Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер.
Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән?
Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме?
Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.
Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы һәм шәкерттәренән: – Минең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны. –
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.
Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.