Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 13:3 - Инжил

3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 13:3
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Ә бит күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.


Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.


Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын.


Ғайса уларға: – Үҙ хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, әйткәндәрем ысын, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. –


Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.


Шулай итеп, бөтөн Израиль халҡы ышанһын: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хужа һәм Мәсих итте.


Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уға буйһондороп, Уның аяҡ аҫтына һалды», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аң латмай әлбиттә.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ