Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 13:1 - Инжил

1 Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 13:1
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте.


Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.


Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде.


Ғайса: – Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. –


Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,


Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ.


Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.


әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!


Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла: – Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. –


Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.


Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.


Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.


Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, улар алдына сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.


Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Мин һыуһаным! – тине.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Иерусалимға килде.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.


– Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ҡасан да ваҡыт.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.


Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.


Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ