8 Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны.
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән инә, ул ҡараҡ һәм юлбаҫар.
Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.
Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағанлыҡтан, унан ҡасып китәләр.
Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты.