Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 10:6 - Инжил

6 Ғайса ошо кинәйәне һөйләне, ләкин фарисейҙар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ғайса ошо кинәйәле хикәйәтте һөйләне, ләкин тыңлаусылар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 10:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен.


Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит Һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ.


Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны.


Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.


Ғайсаның күп шәкерттәре был һүҙҙәрҙе ишеткәс: – Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел! – тиеште.


Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында: – Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙ тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты.


Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға Ул ҡисса менән генә һөйләне.


Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.


Шәкерттәре: – Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. –


Ундай кешеләр менән ни булғанлығы тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ