9 Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.
Ә инде күҙең насар булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!
Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.
Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған.
Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде.
Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем.
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.
– Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә.
Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.
Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.
Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы әмер ҙә, сөнки уны тәүләп Мәсих үтәне һәм хәҙер һеҙ уның буйынса йәшәйһегеҙ. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ инде балҡый.
Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.