5 Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.
5 Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.
Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта.
Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы.
Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.
Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.
Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.