4 Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған.
4 Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған.
Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».
Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны.
Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.
Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.
Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем.
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.
Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.
Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.
Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе
Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡ.
Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Павел.
Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.
ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.
Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.
Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ.
Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ.
Был шаһитлыҡ иһә шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ.
Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.
Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».