Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:18 - Инжил

18 Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:18
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине.


Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Бары тик Алланан Килеүсе генә Атаны күрҙе.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.


Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм


– Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ