Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:16 - Инжил

16 Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:16
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла Үҙенең бөтә тулылығы менән Унда йәшәүҙе,


Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә итәғәтле булғанығыҙ һәм Уның ҡаны өҫтөгөҙгә бөркөлөү аша таҙарынғанығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!


Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.


Мәсихтә зирәклек менән белемдең бөтөн хазиналары йәшеренгән.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Яхъя иһә: – Һыуға мине Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.


Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ