Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:12 - Инжил

12 Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:12
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.


Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


Ғайса Мәсихте Хужа итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Уның менән берлектә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.


Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Халыҡтар уның исеменә өмөт бағлар».


Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.


Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы.


Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде.


Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.


Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды.


Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне.


Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.


Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.


Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ