1 Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған.
1 Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Алла булған.
«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.
Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.
Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.
Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.
– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.
Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде, – тип яуап бирҙе.
Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде.
Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булырға ынтылманы,
Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине.
Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ бар булған һәм бөтөн нәмә Уға таяна.
Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.
Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.
Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.
Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.
Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:
Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.
Өс шаһит бар:
– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.
Мин, Уны күргәс, йәнһеҙ кеше һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүгеһе һәм Һуңғыһы,
Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла.
«Мин – Альфа һәм Омега», – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе.
Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла һүҙе.
Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:
Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.
Мин – Альфа һәм Омега, Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Башы һәм Аҙағы.
Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти: