Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Титусҡа 2:2 - Инжил

2 оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иман тотоуҙа, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Титусҡа 2:2
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.


Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар.


Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Кәрәгенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


Ярышыусыларҙың бөтөнөһө лә ныҡлап шөғөлләнә. Улар быны һулый торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж иһә бер ҡасан да һулымай торған.


Әгәр беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа түгел икән, был – Алла хаҡына, үҙ аңыбыҙҙа булһаҡ – һеҙҙең хаҡҡа.


баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй.


Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек.


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


ысын имандаш улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Шулай уҡ, ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, яла яғып йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.


Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,


үҙ ғаиләһе менән оҫта идара иткән, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы.


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға,


Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә;


Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә, улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡағыусы күрһәтмәләргә иғтибар бирмәһен өсөн, уларҙы ҡәтғи тәнҡитлә.


Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылыусан, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғро булыуы, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.


Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,


башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


белемгә – тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ