Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:5 - Инжил

5 Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:5
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.


Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин.


Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала.


Рухың менән генә шөкөр иткәндә, һүҙҙәреңә төшөнмәгән кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!


Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Берҙән-бер мөбәрәк Түрә, Батшаларҙың Батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс Ғайса Мәсихте ебәрәсәк.


Дауыт нәҫеленән булған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә.


Ә Ғайса мәңге тере, Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ