Римдарға 9:32 - Инжил32 Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма32 Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы инаныу нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләп, абындырыр ташҡа һөрөндөләр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.