31 Израиль иһә ҡанун үтәү юлы аша аҡланыу табырға ынтылды, әммә быға өлгәшә алманы.
31 Ә исраилдар ҡанун үтәү аша аҡланыу табырға тырышты, тик маҡсатына өлгәшә алманы.
Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».
Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне.
Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.
Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.
Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.
ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.