Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:30 - Инжил

30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:30
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә.


Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».


Ә иман аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тиелә: «Күккә беҙҙең өсөн кем күтәрелер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн)


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды.


Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.


Бына ни өсөн Ибраһим «хаҡ һаналды».


Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», – тинек.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Ни тиергә һуң? Әллә Алла ғәҙел түгелме? Улай түгел, әлбиттә!


Израиль иһә ҡанун үтәү юлы аша аҡланыу табырға ынтылды, әммә быға өлгәшә алманы.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.


Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән.


Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ