Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:3 - Инжил

3 Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:3
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.


– Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер нәмә лә хәбәр итмәне һәм насар һүҙ һөйләмәне.


Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.


Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын.


Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?


Яҡташым Иродионға сәләм әйтегеҙ, Наркисс йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ.


Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә.


Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.


Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы.


Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй, һәм үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?


Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн.


Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын!


Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.


Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ