Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:20 - Инжил

20 Эй һин, әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ни эшләп һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:20
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә сарыфларға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»


Ғайса теге кешенән: – Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораған һәм


Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.


Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.


Һин уларҙы, дуҫым, хөкөм итеп, үҙең дә шуны уҡ эшләйһең, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы?


Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – биҙәүестәр өсөн ҡиммәтле, ә икенсеһен сүп-сар өсөн ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни?


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?


Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй.


Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен,


Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ