Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:16 - Инжил

16 Тимәк, бөтөн нәмә кеше теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Тимәк, бөтә нәмә кешенең теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:


Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!


Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә, һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.


Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән.


Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге.


Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.


Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ