Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 9:1 - Инжил

1 Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 9:1
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.


Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.


Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.


Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.


Ахаия өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам.


Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым.


Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит!


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.


Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында шуны ҡушам: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, шулай уҡ бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ