Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:8 - Инжил

8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:8
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә.


Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.


Балалар, бөтөн нәмәлә лә атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә.


Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.


һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ