Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:34 - Инжил

34 Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:34
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине.


Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ.


Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде.


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.


Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.


Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған.


Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ