Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:3 - Инжил

3 Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:3
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – ҡаҙаҡланылар.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.


Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,


Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.


Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?


Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.


Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.


бар өҫтөнлөктәренән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол рәүешендә, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне.


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ