28 Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.
28 Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.
Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат».
Мәжүсиҙәр Павел менән Варнава әйткән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.
Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.
Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы иһә аҡлаған. Аҡланғандар менән иһә Ул Үҙенең даны менән уртаҡлашты.
Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән.
Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.
әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алла зирәклеге.
Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.
Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».
Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.
Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә
Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә.
Бындай ышандырыу бит һеҙгә Саҡырыусынан килмәй.
Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша тормошҡа ашырылды.
Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.
бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы.
Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.
Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.
Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».
Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды.
Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:
Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.
Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.
Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.