Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:27 - Инжил

27 Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға ялына.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:27
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорағанға тиклем үк Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә.


Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер.


һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –


– Раббыбыҙ! Һин һәр береһенең йөрәгендә ни ятҡанын беләһең. Йәһүҙә үҙенә тейеш булған урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итеү өсөн Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайлаған булһаң, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.


Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,


Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыу юлы бар.


Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ.


Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танмай әйтеп бирегеҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ