25 Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.
Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.
Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.
сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,
Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.
Бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ.
Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.
Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.
Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.
Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.
Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.
Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.
Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.
Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.