Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:24 - Инжил

24 Беҙ ҡотолдоҡ, әммә был әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күрергә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай. Сөнки үҙе күргән нәмәгә кем өмөтләнһен?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Беҙ шул өмөт менән ҡотолдоҡ, әммә был – әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күреүгә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай, сөнки үҙе күреп торған нәмәгә кем өмөтләнһен?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:24
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған.


Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды.


Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар.


Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.


Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.


Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит.


Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла данын уртаҡлашыр өсөн өмөтөгөҙ!


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ һеҙ өмөтләнгән һәм күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләккә нигеҙләнгән. Һеҙ был турала хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек.


Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббы Ғайса үҙе һәм Атабыҙ Алла


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы


Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ