Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:23 - Инжил

23 Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:23
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар.


Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр.


Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.


Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған.


Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы?


Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.


Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы.


Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.


Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан ыҙғыш-талаш, эстән – шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.


Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.


Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың бөйөклөгөнә маҡтау булыр.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.


Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ