Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:18 - Инжил

18 Әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙҙың, беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни ҙә түгел икәнлегенә ышанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Иманым камил, беҙгә тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙ бер ни ҙә түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:18
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.


Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.


Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы.


Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.


Ҡайһы бер ҡатындар үлгән яҡындарын тере көйө ҡайтарып ала. Башҡалары иһә, яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә өлгәшеү өсөн, ҡотолоуҙан баш тартып, яза ҡабул итә.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ