16 Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.
16 Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлап тора.
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар.
Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.
Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.
Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.
Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
„Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында улар мәңге тере Алланың балалары тип аталырҙар».
Йәғни Ибраһимдың барлыҡ балалары ла Алланыҡы тигәнде аңлатмай, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуғандар ғына Уның балалары һанала.
Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.
Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.
Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм беҙгә ышаныслы билдә итеп Рухты бирҙе.
Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».
Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.
Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.
Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ.
Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.
Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.
Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.
Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.
Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ.
Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған.
Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.