Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:15 - Инжил

15 Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:15
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән ул.


– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.


Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын, Һинең Батшалығың килһен.


– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!


Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.


Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,


Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ:


– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».


Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды.


Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.


Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.


Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.


Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Улар – израилдәр, Алла уларҙы Үҙ балалары итеп һайлап алды, уларға данын асты, улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибе өйрәтелде, вәғәҙәләр бирелде.


Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты.


Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора.


Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ