14 Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.
14 Алла Рухы етәкселегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә – Алла балалары.
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.
Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй.
Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.
„Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында улар мәңге тере Алланың балалары тип аталырҙар».
Йәғни Ибраһимдың барлыҡ балалары ла Алланыҡы тигәнде аңлатмай, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуғандар ғына Уның балалары һанала.
Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».
Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.
Ул ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде.
Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.
Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ.
Һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.
Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты.
Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.
Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.
Алланың әмерҙәрен үтәүсе Унда йәшәй һәм Алла Үҙенең әмерҙәрен үтәүселәрҙә йәшәй. Уның беҙҙә йәшәүен иһә Алланың беҙгә биргән Рухы арҡаһында белербеҙ.
Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.