Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:13 - Инжил

13 Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Ә Алла Рухы ярҙамында тәндең гонаһлы эштәрен үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:13
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды.


Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.


Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ