Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 8:11 - Инжил

11 Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 8:11
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине.


Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ.


Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ.


Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.


Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ.


Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.


Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Ҡабатлайым: үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була.


Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер.


Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.


Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ.


Эйе, беҙ донъялағы «ҡыуыш»ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ.


Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.


беҙҙе, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләрҙе, Мәсих менән бергә терелтте. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.


Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.


Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.


Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ