1 Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.
1 Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,
Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.
Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм һабағында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.
Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ.
Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.
Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.
Алла бүләген бер кешенең гонаһы менән сағыштырып булмай: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә күп енәйәттәрҙән һуң Алла, ғәйеплеләрҙе аҡлап, Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтә.
Шулай булғас, быларҙы мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.
Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.
Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.
Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.
Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.
Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне.
Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.
Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.
Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ.
Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды.
Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.
Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.
Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.
Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.
Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ.
Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ.
Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан Ефес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә